Өфө ҡала хакимиәте үҙенең 2 майҙағы ҡарарына үҙгәрештәр ингдерҙе. Хәҙер Өфөлә теркәлгән һәм хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән Рәсәй граждандарына бер тапҡыр бирелә торған аҡса 31 декабргә тиклем түләнәсәк. Бығаса 31 авгусҡа тиклем ине. Өфөнән бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме 300 мең һум.
Быға тиклем Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары исемлеге лә киңәйтелгәйне. Республика башлығы ҡул ҡуйған указға ярашлы, бынан ары махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ата-әсәләре, хәләл ефеттәре һәм балалары төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге түләүле юлдарҙан бушлай йөрөргә хоҡуҡлы.






