Ләйсән ижади оҫтаханала 1 йыл эшләй. Ул белеме буйынса рәсем уҡытыусыһы. Бында тәрбиәләнеүселәр менән төрлө шәмдәр эшләй ул. Кешеләр менән тығыҙ мөнәсәбәттә булырға яратам, шул уҡ ваҡытта ижадҡа ғашиҡмын, шуға был оҫтаханаға килдем дә инде ти Ләйсән.
Әлфиә Сиражетдинова сигеү оҫтаһы. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең барыһы ла тиерлек рәсми рәүештә бында эшкә урынлаштырылған. Был үҙ сиратында уларға үҙҙәрен башҡалар менән тиң тойорға ярҙам итә, ни бары тик иғтибар кәрәк.
Сигеү ҡыҙҙар өсөн генә түгел, егәттәр өсөн дә файҙалы ти Руден Ғәбиҙуллин.
Физилә Әхмәтованың аш-һыу оҫтаханаһына килеү сәбәбе тағы ла етдирәк. Уның ҡыҙы, Элиза, инвалид. Тәүҙә бында мин бары тик ҡыҙымды ғына йөрөттөм, оҫтаханала барған эш миңә бик оҡшаны. Бында эшләгән ханымдарҙан эш үҙенсәлектәренә төшөнөп эшкә инеп киттем.
Физилә Әхмәтова оҫта (ярҙам итеп була балаларға, уларға ла бик оҡшай был эшкә килергә, улар бында килеп ваҡыт уҙғарғанға бик шат.
Был үҙәктә 4 оҫтахана эшләй һәм уларҙың һәм береһе айырым бер шөғөл өсөн йыһазландырылған. Был ижади оҫтахнала мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр сәйҙәрҙән, төрлө шәмдәрҙән башҡа ошондай матур шопперҙар ҙа сигәләр, бында хатта уларҙың туған ҡалаларының исеме лә яҙылған.
Был үҙенсәлекле оҫтаханалар буш урында ғына барлыҡҡа килмәй. 18 йәш тулғансы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр төрлө белгестәр ҡулы аҫтында тәрбиәләнә, тик һуңынан улар йә ата-әсәләре, йә психо-неврологик интернаттарға тапшырыла. Ижади үҙәктә тәрбиәләнеүселәр бында һәр көн ҙур теләк менән килә һәм күңелдәренә ятҡан эш менән шөғөлләнә. Был үҙ сиратында ижадҡа ғашиҡ йәштәр өсөн дә, уларҙың ғаиләләре өсөн дә ҙур шатлыҡ.
Әлеге ваҡытта был оҫтаханаларҙа 20 кеше эшләй. Киләсәктә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бындай оҫтаханаларҙың һаны артыр тигән ышаныс бар.






