Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер

«Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфө ҡалаһының “Динамо” стадионында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале үтте. Быйыл да спорт байрамында Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн үткәрелгән фестивалдә быйыл кәм тигәндә лә өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Фестиваль республикала 2017 йылдан алып ойошторола.Фестивалдең һуңғы көнөндә нормативтарҙы яҡшы һөҙөмтәгә тапшырғандар билдәләнде. Быйылғы фестивалдә даими ҡатнашыусыларҙан тыш, тәүге тапҡыр көстәрен һынап ҡараусылар ҙа күп булды, ти ойоштороусылар.