Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер

Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр райондарында, Күмертау, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыуға әҙерлек өсөн ете яңы майҙансыҡ, шулай уҡ Сибайҙа, Бәләбәйҙә һәм Өфө районында «аҡыллы» өс спорт майҙансығы асылды.
  • Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер
"Аҡыллы» майҙансыҡ" – ул ҡеүәтле һанлы спорт объекты. Хәҙер беренсе класс уҡыусыһынан алып ветеранға тиклем һәр кем бында шөғөлләнеү, QR-кодты сканер аша үткәреп, профессиональ тренерҙарҙан шәхси видеокүрһәтмәләр алыу мөмкинлегенә эйә. ГТО майҙансыҡтары «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә асыла.
Майҙансыҡтарҙа турниктар, брустар, гимнастика эскәмйәләре, көс тренажерҙары, һикереү һәм ырғытыу өсөн секторҙары булған заманса спорт комплекстары урынлашҡан.Башҡортостанда быйыл ГТО нормаларын тапшырыу өсөн 15 майҙансыҡ асылыр, тип көтөлә.