Махсус хәрби операция ветераны Илдар Мамадрахимов Республика Башлығына яугирҙәргә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан яугирҙәренә гуманитар ярҙамдарҙан тыш, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға алып ҡайтып кире алып барыу өсөн автобус бүлеүҙәрен башҡалар ғәжәпләнеп һорайҙар тине ул.

Махсус хәрби операция ветераны Илдар Мамадрахимов Республика Башлығына яугирҙәргә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан яугирҙәренә гуманитар ярҙамдарҙан тыш, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға алып ҡайтып кире алып барыу өсөн автобус бүлеүҙәрен башҡалар ғәжәпләнеп һорайҙар тине ул. Радий Хәбиров “беҙ һеҙгә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ” тине. Контрактын үтәп ҡайтып Нуриман районында фермерлыҡ менән шөғөлләнгән ветеран Радий Хәбировты һәм Азат Баҙрановты ҡунаҡҡа саҡырҙы.