Башҡортостандың бөтә 15 шифаханаһында бер яугир йәки уның туғаны 14 көн, йәки ике кеше 7 көн ял итә ала. Республика бюджетынан финансланған юллама хаҡы-ике аҙна эсендә 60 мең һум һәм ете көн өсөн 30 мең һум. Льгота менән бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин.Башҡортостандан махсус хәрби операциянан 7,7 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары республика шифаханаларында бушлай дауаланған. Шифаханаларҙа яраланғандан һуң реабилитация программалары, шулай уҡ медик һәм психологик ярҙамды үҙ эсенә алған «Антистресс» комплексы эшләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә былтыр республика ҡаҙнаһынан 13 миллиард 400 миллион һум аҡса бүленгән. Республика махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеү буйынса илдә тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. Федераль эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостанда мобилизацияланғандарға һәм контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәргә гуманитар ярҙам буйынса һөҙөмтәле система булдырылған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йәки уларҙың яҡындары республика шифаханаларында сәләмәтлеген нығыта ала.
Махсус хәрби операция ветерандары үҙҙәренең һаулыҡтарын нығыта һәм реабилитация үтә ала
Был төбәктең социаль гарантияларына ҡағыла.






