Дәүләт наградалары

Дәүләт наградалары

Яңы йыл байрамдары алдынан Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика колонналар залына төрлө һөнәр эйәләре — дәүләт һәм урындағы идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, инженерҙар, табиптар, журналистар һәм әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙ йыйылды. Дөйөм алғанда 82 кеше юғары исем алды, орден-миҙалдар менән бүләкләнде. Эштәренә тоғро, бар булмышын илебеҙ һәм республика мәнфәғәтенә бағышлаған һөнәр эйәләрен Башҡортостан башлығы Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне, уңыштар теләне.