Бүләкләнеүселәр араһында табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, ауыл хужалығы белгестәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр бар.
"Һеҙ тормошоғоҙҙы илебеҙгә, республикабыҙға хеҙмәт итеүгә бағышлағанһығыҙ. Айырым һүҙҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм яҡындарына. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм тиҙерәк имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Был ҡатмарлы осорҙа беҙ үҙебеҙҙең берҙәм һәм Ватанға тоғро булыуыбыҙҙы дәлилләнек. Махсус хәрби операция сиктәрендә хәрби заданиеларҙы лайыҡлы үтәйбеҙ. Яугирҙарға һәм ғаиләләренә, Донбасс халҡына ярҙам итәбеҙ”, — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы барыһына ла намыҫлы хеҙмәт һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Бөйөк Рәсәйгә тыныслыҡ һәм еңеү теләне.







