Билдәле ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа ошо көндәрҙә 85 йәш тулған булыр ине

Тулыраҡ: Билдәле ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа ошо көндәрҙә 85 йәш тулған булыр ине

За кадром/// Сәйфулла Ишғәле улы Дилмөхәмәтов 1932 йылда Башҡорт АССР-ның Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Бала саҡтан алып әсәһе башҡарыуында боронғо башҡорт йырҙарын яратып тыңлай. Әсәһе иҫ киткес һирәк тембр тауышына эйә була, халыҡ бейеүҙәрен дә матур башҡара.Ҡурай уның тормошона иртә йәштән инә – ҡурайҙа олатаһы, атаһы Ишғәле Шәмсетдин улы уйнай. Улар Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың артабанғы яҙмышына йоғонто яһай ҙа инде. Сәйфулла Дилмөхәмәтов 2004 йылдың 27 авгусында вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә.2011 йылда уның иҫтәлегенә Аҡьярҙағы район мәҙәниәт һарайы бинаһында таҡташ асыла. Йыл һайын Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторола.