Динамо физкультура-сәләмәтләндереү комплексында Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған ҙур сара шулай аталды. Уны Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы Динамо стадионы менән берлектә ойошторҙо. Унда беҙҙең хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина ла әүҙем ҡатнашты. Кескәйҙәрҙән алып өлкәндәргә тиклем – барыһы ла күңел асты был байрамда. Иң мөһиме – бөтәһе лә бергә. Был юлы матур йолаға әйләнгән сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.Был сарала патриотик тәрбиә сәләмәт тормош алып барыу менән бергә үрелеп барҙы, тиһәк һис тә хата булмаҫ. Бүләк алырға сират, коньки алырға сират, уйындарҙа ҡатнашырға сират, ретро һәм хәрби техника ҡарарға сират... Кеше шул тиклем күп. Барыһының да тамаҡ ялғап алғыһы килеүе лә тәбиғи. Сара сиктәрендә хатта ялан кухняһы ла эшләне, бында теләгән һәр кем килеп утын өҫтөндә бешерелгән ҡарабойҙай бутҡаһын ауыҙ итә алды. Динамо стадионы бынан 100 йыл элек барлыҡҡа килгән. 1941 йылда тап ошонан Өфө пехота училищеһы студенттары һуғышҡа юлланған. Сара сиктәрендә ретротехника күргәҙмәһе лә эшләне. Халыҡҡа боронғо машиналар айырыуса хуш килде. Таңатар Йосопов техника менән йәштән үк ҡыҙыҡһына. Уның Урал мотоциклы янында фотоға төшөргә теләүселәрҙән хатта сират барлыҡҡа килде. “Беҙ бергә” байрамы сиктәрендә шахмат буйынса ярыштар, волейбол һәм баскетбол буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Иң-иңдәрҙе сәхнәлә бүләкләнеләр. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Бөтәһе бергә күнекмә лә эшләп өлгәрҙө. Ҡурай моңдары сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Зумба бейеүенә лә барыһы ла ихлас ҡушылды һәм дәррәү бейеүгә төштө. Сара сиктәрендә төрлө ҡорал күргәҙәмәһе лә ойошторолдо. Егеттәр килеп уларҙың һәр өлөшөн ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Кескәйҙәр генә түгел, ололар ҙа хәрби техниканы ентекләп ҡараны. Бындай сараларҙа еңеүгә арналған йырҙарһыҙ булмай. “Катюша” йырын халыҡ дәррәү башҡарҙы. Беҙ бергә тип исемләнгән күркәм сара барына ла хуш килде.Сараға 3 мең самаһы кеше килде. Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы Динамо стадионы менән берлектә ойошторған был сараға халыҡ йылдан йыл күберәк килә. Киләһе йыл да ла ҡунаҡтарҙы төрлө сюрприздар, ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Беҙ – бергә!
Беҙ – бергә!