Зәки Хәбибов Ватанды һаҡлаусылар көнөндә тышта һыуыҡ булһа ла өйҙә ултырып ҡала алмай. Ул ашҡынып “Динамо” стадионында үткәрелгән байрамға килгән. "Башҡортостан 24" каналы ойошторған бер генә байрамдан да ҡалмай икән тоғро тамашасыбыҙ.
Сара ҡунаҡтары араһында Башҡортостан радиоһының легендар дикторы Наилә Ғәләүетдинова һәм башҡорт телевидениеһының сағыу йондоҙо Флүрә Мурзина хөрмәтле ҡунаҡ.
Ысынлап та, "Башҡортостан-24" телеканалына быйыл 10 йыл. Телевидение өсөн бер яҡтан ҡарағанда бик кескәй генә ваҡыт арауығы. Әммә тап ошо дәүерҙә донъяла, илдә, республикала ҙур ижтимағи һәм сәйәси процесстар барҙы. Беҙҙең телеканал аша халыҡ беренселәрҙән булып яңылыҡтарҙы белде, төрлө хәл-ваҡиғалар үҙәгендә булды. Сараның Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына тап килеүе лә юҡҡа ғына түгел.
Махсус хәрби операцияла ил тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙарыбыҙ булғанда ғына илдә ошондай матур саралар үткәреү мөмкинлеге бар. Динамо йәмғиәте һәм беҙҙең телерадиотапшырыуҙар компанияһының дуҫлығы айырылғыһыҙ, сөнки...
Гүзәл Нәзмиева ғаиләһенең борон-борондан килгән эшен дауам итеүсе. Сарала ойошторолған күргәҙмәгә ул шәлдәр, йөн ойоҡбаштар алып килгән. Гүзәл әйтеүенсә, ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ.
Сағыу концерт программаһы башҡорт эстрадаһының танылған артистарының сығыштары менән үрелеп барҙы
Тамашасылар араһында хатта ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатылды. Төрлө сертификаттар, татлы бүләктәр, билдәле спортсыларҙың автографтары менән туптар. Байрам ҡунаҡтары викториналарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты.
Берәүҙәр был матур сарала ял итеп күңел асһа, икенселәр ең һыҙғанып эшен башҡарҙы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай байрамдарға әҙерлек... дауамы снхла
Стадионда ойошторолған спорт ярыштарына халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килеп ҡатнашты
Йылдан-йыл был күмәк саранан һуң байтаҡ кешенең спортҡа ҡыҙыҡһыныуы арта, ти ойоштороусылар. Боҙҙа алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Динамо стадионында һәр кем үҙенә оҡшаған уйын һәм ярыштарҙы таба алды һәм бында 6-сы тапҡыр үткәрелгән байрам быйыл да бик күп кешене йыйыҙы.
Иғлан ителгән халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостан-24 телеканалының 10 йыллығына бағышланған ҙур байрам ысын мәғәләнәһендә халыҡты тупланы. Килгән ҡунаҡтар өсөн был онотолмаҫлыҡ һәм күңелле байрам булып хәтерҙә ҡалды.







