Туҡтауһыҙ яуған ҡар Өфөлә бихисап аварияларға сәбәпсе булды

Тулыраҡ: Туҡтауһыҙ яуған ҡар Өфөлә бихисап аварияларға сәбәпсе булды

Республика юлдарында ла хәл шәптән түгел. Шаһиттар бик күп юл-транспорт фажиғәләре һәм күп осраҡта уларҙың колея сәбәпле килеп сығыуы тураһында хәбәр итә. Павловка-Благовещен юлында тап ошо арҡала ике машина бәрелеште. Авария етди булһа ла, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.Был көндәрҙә коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре лә көсәйтелгән режимда эшләй. Уларға ярҙамға оло йәштәгеләр ҙә ашыға. БАШДТП төркөмөндә ҡуйылған был видеонан күренеүенсә, әбей санаға һалып ҡар ташый башлаған. Видео социаль селтәрҙә киң билдәлелек яулай.