Көн һайын шлюздар аша бер нисә мең кубометр һыу ағыҙыла. Быйыл Павловка һыуһаҡлағысының эшмәкәрлек осоронда иң иртә яҙғы ташҡын булыуы теркәлгән. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова теманы дауам итә.Башҡортостандың иң ҙур һыуһаҡлағысы тарихында иң иртә ташҡын. Быйыл Павловка гидроэлектростанцияһы 22 мартта ташҡын режимында эшләй башлай. Яҙҙың иртә башланыуына ҡарамаҫтан, гидроэлекторостанция ҙур һыуҙы тулыһынса әҙер килеш ҡаршы ала.Ҡорамалдарҙың ышаныслы һәм һөҙөмтәле эшләүе өсөн Башҡортостан генерация компанияһы һәм подряд ойошмалары белгестәре планлаштырылған иҫкәртеү сараларын теүәл үтәй.Һыуһаҡлағыстың 66 йыллыҡ тарихында быйыл ташҡындың иртә башланыуы теркәлгән. Һыу ағымы секундына 551 кубометрға етә.Павловка һыуһаҡлағысында һыу туплау дауам итә. Элегэ бында ?ыу кимэле норманан 1 метрга тубэнерэк. Һыуһаҡлағысты һыу менән яйлап тултырыу өсөн, Ҡариҙел йылғаһына секундына 1310 кубометр һыу ағыҙыла.Бөгөнгө көндә ГЭС — та бөтә дүрт гидроагрегат та тулы ҡеүәтенә эшләй. Ҡышҡы һыу аҙ булған осорҙа һәм яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙерлек барышында энергетиктар гидроузелды ташҡын алды кимәленә тиклем бушата. Апрель-май айҙарында ташҡын һыуҙарының бер өлөшөн туплау иҫәбенә һыуһаҡлағыстың һыйҙырылышлығы 140 метрға тиклем тултырыла. Павловка гидроузелы Ҡариҙел йылғаһындағы ташҡындың иң юғары нөктәһен яйлатырға ярҙам итә һәм ҙур биләмәләрҙә һыу баҫыу хәүефен кәметә. Йыйылған һыу запасы киләһе яҙға тиклем яйлап тотонола. Шулай итеп, Павловка һыуһаҡлағысы аҙ һыулы йәйге-көҙгө һәм ҡышҡы осорҙа Ҡариҙел йылғаһы кимәлен һаҡлай.Был гидроэлекторстанцияның йөрәге, бина тулыһынса тиерлек һыу эсендә урынлашҡан. Станцияла ҙур булмаған коллектив эшләй, һуңғы йылда бында күп кенә эштәр компьютер ярҙамында идара ителә.Тап ошонда бөтә процесстар барышы күҙәтелә. Һыу тәрәнлеге, быуаның артымы, ағым тиҙлеге, бөтәһе лә мониторҙа. Бында тәүлек әйләнәһе оператив хеҙмәт эшләй.
Павловка һыуһаҡлағысында ташҡын һыуҙарын сығарыу эштәре башланды
Павловка һыуһаҡлағысында ташҡын һыуҙарын сығарыу эштәре башланды