Ленин исемендәге парк ремонтҡа ябыла

Ленин исемендәге парк ремонтҡа ябыла
  • Ленин исемендәге парк ремонтҡа ябыла

Өфөнөң иң боронғо майҙансыҡтарының береһе – Ленин исемендәге парк ремонтҡа ябыла. Уның төп өлөшө шул уҡ ҡаласаҡ, тип көтөлә, әммә үҙгәрештәр ҙә буласаҡ. Реконструкция эштәрен башынан аҙағына тиклем күҙәтеп барыу өсөн Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ваҡытлыса эшсе төркөм булдырылды һәм уның беренсе ултырышы үтте. Закир Шәрипов дауам итә. Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү эштәрен күҙәтеү өсөн йәмәғәтселәр, тарихсылар, тирә-яҡты өйрәнеүселәр, дәүләт органдары вәкилдәре йәлеп ителә. Улар парк тарихы, ниндәй объекттар урынлашыуы менән танышты, белгестәрҙән нимәгә тейергә мөмкин, ә нимәгә бөтөнләй яҡынларға ярамай икәнлеген белеште.Паркты дүрт яҡтан да уратып, кәртәләп ҡуйыу планлаштырыла. Әле шуға әҙерлек бара. Был тәү сиратта кешеләрҙең именлеге өсөн эшләнә. Башҡортостан етәкселеге парк элекке кеүек ҡалырға тейеш, әммә, бында тағы ла ял итеүселәрҙе күберәк йәлеп итеү өсөн үҙгәрештәр ҙә кәрәк тип иҫәпләй. Мәҫәлән, ике фонтанды ла тулыһынса тиерлек алмаштырыу ҡарала, әммә ул элекке ҡиәфәттә ҡаласаҡ. Шулай уҡ уларҙы йыр-моң һәм төрлө лазер-шоу оҙатыуында эшләргә уйлайҙар. Йәмәғәтселекте парк тирәләй автомобилдәр өсөн туҡталҡалар булмауы ла борсой. Шул уҡ Башҡорт дәүләт академия драма театрына килеүселәрҙе лә. Әйткәндәй, Ленин исемендәге паркта батша власы ваҡытында балалар өсөн мөйөш булған. Хәҙер бында спорт һәм балалар өсөн майҙансыҡ та ойошторорға тигән тәҡдим менән сыҡҡан подряд ойошмаһы. Ул иһә күпселектә бәхәс тыуҙыра.Тәүҙә парк, уға нигеҙ һалыусы Өфө губернаторы Ушаков исеме менән йөрөтөлә. Революциянан һуң Азатлыҡ паркы, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Александр Матросов исеме менән атала. 1980 йылда һуңғы тапҡыр төҙөкләндереү эштәре атҡарыла һәм йәнә исемен үҙгәртеп, Ленин баҡсаһы булып китә.Бында Революция һәм Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк булғандар ерләнгән. Шулай уҡ, Башҡорт АССР-ның Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары Шәһит Хоҙайбирҙин, Граждандар һуғышы геройы Александр Чеверев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҡәберҙәре бар. БАССР-ҙың 4 юғары наградаһына бағышланған стела, Башҡортостандың дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул ителеүгә арналған мемориал таш урынлашҡан. Граждандар һуғышы батырҙарына, Советтар Союзы геройы Александр Матросовҡа һәм данлыҡлы дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың беренсе һәм һуңғы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылған. Киң йәмәғәтселек иһә парктың ниндәйҙер милли символикаһы булырға тейеш тигән фекерҙә.Төҙөкләндереү эштәре ике йылға һуҙылыуы мөмкин. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса башҡарыла. Ленин исемендәге парк күптәрҙең яратҡан ял урыны. Ул элекке йөҙөн һаҡлап ҡалып, заманса ла булырға тейеш, тип иҫәпләй йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Шуға ла Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эшсе төркөм булдырылды. Улар даими төҙөкләндереүҙе күҙәтеп, төҙәтмәләр индереү буйынса фекер алышыуҙар үткәрәсәк.