Иң ҙур эш хаҡы ҡайһы тармаҡта?

Тулыраҡ: Иң ҙур эш хаҡы ҡайһы тармаҡта?

Башҡортостандың халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығы иң күп эш хаҡы түләнгән тармаҡты атаны. Асыҡланыуынса, иң юғары хеҙмәт хаҡы — төҙөүселәргә түләнә. Бында уртаса айлыҡ килем 30 мең 61 һум тәшкил итә. Мәҫәлән, транспорт һәм сәнәғәт өлкәләрендә уртаса табыш 21-23 мең һум самаһы. Ведомство белгестәре республика буйынса тәҡдим ителгән вакансияларҙың уртаса хеҙмәт хаҡын да иҫәпләп сығарған, ул — 19 мең 726 һумға тиң. Шуныһы ла мөһим, был күрһәткестән кәмерәк эш хаҡы вәғәҙәләгән ойошмалар ҙа бар. Табиптарға уртаса 17 мең, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәренә 15 мең, уҡытыусыларға һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бөтөнләй 9-10 мең һум түләргә әҙерҙәр.