Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәйҙең шифахана-курорт тармағы флагманы – Красноусолда шарттар үҙгәрә. Республиканың иң билдәле ял һәм сәләмәтлек үҙәктәренең береһендә яңы обьекттарға нигеҙ һалына, корпустарҙа үҙгәртеп ҡороу эштәре бара. Красноусолдың даими ҡунаҡтары исемлегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары ла бар. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй.
Дауалау көсөнә эйә булған шишмәләр, таҙа һәм һәм тәбиғәт. Красноусол тураһында туҡтауһыҙ һөйләргә мөмкин. Йөҙйәшәр урмандар ғына түгел, ә 250 шишмә уратып алған курорт зонаһы заманса ҡунаҡсыллыҡ үҙәге лә.
Красноусолдың ҡунаҡтары араһында Рәшиҙә Шәрипова һәм уның ҡыҙы бар. Әлегә ханымдың улы, ейәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Ҙур үҙгәрештәр барған Красноуол хәҙер алғы фронттан ялға ҡайтыусы яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына көс туплау урыны. Һуңғы осорҙа шифаханала 160 яугир, уларҙың ғаилә ағзалары булып иҫәпләнгән 750 кеше сәләмәтлеген нығытҡан. Үҙгәрештәргә килгәндә, шифахана бөгөн яңы һулыш кисерә.
Яңырыштар корпустарға ғына ҡағылмай. Шифахана тиҫтәләрсә гектар майҙанды үҙләштереп, меңәрләгән ағас ултыртылған. Тағы шуныһы. бынан ярты быуат элек төҙөлгән дауалау-диагностика корпусы хәҙер 3 ҡаттан торған заманса бина. Пациенттарҙың уңайлығы өсөн табиптарҙы бер корпусҡа туплау иң яҡшы ысул.
Красноусол шифалы ләме, минераль һыуҙары менән дан тотҡан курорт.
Шифаханала бөгөн махсус йүнәлешле табиптар эшләй. Физиотерапевт менән уролог, гинеколог һәм неврологтың кәңәштәренә мохтаждар ҙа юҡ түгел.
Красноусол шифаханаһы табиптары пациенттар өсөн заманса ысулдар тәҡдим итә. Мәҫәлән,умыртҡа һөйәген төҙәйтеү өсөн 4 ысул ҡулланыла. Ял итеүселәр генә түгел, ә табиптарға ла уңайлы шарттар булырға тейеш.
Шифахана тәнде генә түгел, ә күңелде дауалау урыны. Физик күнекмәләр ҙә аяҡҡа тиҙ арала баҫырға ярҙам итә.
Шулай ҙа, төп бурыстарҙың береһе – шифаханала номерҙар һанын арттырыу. Ни тиһәк тә, Башҡортостандағы иң популяр курортты үҙ итеүселәр араһында башҡа субьекттар, хатта сит илдәрҙән килеүселәр ҙә бар.
Красноусол Башҡортостан ғына түгел, ә бәлки, рәсәйҙең санатор-курорт тармағы флагманы. Тап ошонда тәбиғәт һәм заманса технологиялар осрашып, кешеләр сәләмәтлеген нығытыуға хеҙмәт итә.