Башҡортостан парламентында көҙгө сессияға старт бирелде. Республиканың Закондар сығарыу буйынса төп органында төп бурыстар ҙа билдәләнде. Тәү сиратта ҡараласаҡ хоҡуҡи акттар субьект ҡануниәтен федераль талаптарға тап килтереүгә бәйле. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙамға бәйле документтарға ҙур иғтибар. Был йүнәлешкә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығышында айырым яңғыраны.
Быйылғы көҙгө сессияның үҙенсәлеге лә бар. Ғәҙәттә, Ҡоролтайҙа "Парламент сәғәте" бер-нисә ултырыштан һуң уҙғарыла. Был юлы иһә депутаттар кәңәшмәһен тап хөкүмәт ағзалары сығышы башланы. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына күрһәтелгән ярҙам пункттарын атаны. Башҡортостан ошо йәһәттән үҙ йөкләмәләрен үтәргә тулыһынса әҙер. Бюджет сығымдарҙы күтәрә ала.
Быйылғы көҙгө сессиянан Башҡортостан парламенты депутаттары вәкәләттәре лә арта. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вәкилдәре пленар ултырышҡа район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарын саҡырып, уларҙан муниципаль берәмек һәм округтарҙың хәле тураһындағы сығышын талап итәсәк. Бындай ысул төрлө кимәлдәге йәмәғәт власы эшен камиллаштырыу юлы. Икенсенән, башҡарма власть вәкилдәре урындағы халыҡ алдында яуап тоторға өйрәнә. Бынан тыш, парламентарийҙар хәҙер республика Хөкүмәте рәйесе, уның урынбаҫарҙары эшенә ышанмаусанлыҡ белдереү хоҡуғына эйә була ала. Тағы бер яңылык, хәҙер Башҡортостан йәштәре лә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға теге йәки был юҫыҡтағы закон проекттарын тәҡдим итә ала. Бындай хоҡуҡ Йәштәр Палатаһына бирелә.
Кесаҙнала ҡаралған тағы бер документ Башҡортостандағы 113 мең кешегә туранан-тура ҡағыла. "Һуғыш балалары" статусына эйә булыусыларға хәҙер өҫтәмә ярҙам бар. 1927-се йылдың 22-се июненән 1945-се йылдың өсөнсө сентябренә тиклем арауыҡта тыуыусылар күп функциялы үҙәктәрҙә дәүләт, муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә сиратһыҙ хеҙмәтләндерелә. Был закон да көҙгө сессиялағы беренсе ултырышта раҫланды.







