Ошо туралағы ҡанун проекты Парламент ултырышында ҡаралды. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.
Башҡортостан парламентының көҙгө сессиялағы сираттағы ултырышында ҡаралған закон проекттарының күбеһен социаль йүнәлешле тип атарға кәрәк. Уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында айырым әйтеү ҙә фарыз. Мәҫәлән, республикала ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыуғә бәйле документтар хәҙер электрон форматҡа күсерелә. Был үҙ сиратында бюрократияны кәметеүгә алып килһә, икенсе яҡтан рөхсәт ҡағыҙҙарын ваҡытында тикшереү мөмкинлеге тыуа. Парламент депутаттары ғына түгел, йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан тағы бер хоҡуҡи акт иғтибарға лайыҡ. Башҡортостанда хәҙер шәхси медицина эшмәкәрлеге камиллаша, йәки, кәм тигәндә лә камиллашырға тейеш. Шәхси клиникаларҙың үҙ пациенттарына медицина ярҙамы күрһәткәндә клиник тәҡдимдәргә нигеҙләнеүе шарт.Башҡортостанда дини символдарҙы хурлауға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш, тигән фекерҙә парламент депутаттары. Республикала "Выждан һәм дин тотоу иреклеге" тураһындағы закондың өсөнсө статьяһына үҙгәрештәр индереү тап ошоға бәйле. Документ ҡатмарлы яңғыраһа ла, уның нигеҙе диндарҙар хоҡуғын яҡлау.
Республика парламентарийҙары Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү өсөн тағы ла дүрт закон проекты әҙерләгән. Улар араһында милекте мираҫ итеп ҡалдырыу тураһындағы документ та бар. Башҡортостанда хәҙер дәүләт милкен хосусилаштырыу ҡағиҙәһе үҙгәрә. Мәҫәлән, уны минималь хаҡҡа һатыуҙары ла бар. икенсенән милекте хосусилаштырғанда уның ысулдары ла аныҡ булырға тейеш. Ғөмүмән, Башҡортостанда ҡанундар сығарыу институты яңыра тип әйтергә урын бар. Миҫалға, парламент ҡарамағындағы Йәштәр Палатаһына хәҙер закондар сығарыу башланғысы хоҡуғы бирелә.






