Олег Закир улының наградалары һәм маҡтаулы исемдәре бик күп-Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы, Станиславский исемендәге халыҡ-ара премияһы лауреаты. Иң мөһиме, ҡайҙа ғына эшләмәһен уны тамашасылар бик яратты. Бөйөк артист, режиссер һәм бик тәрән фекерле, яҡты кеше. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам” – тип яҙа төбәк етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәрендә.
Иртәгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановты һуңғы юлға оҙаталар. Хушлашыу сәғәт 10-ға билдәләнгән. Мәтам митингы сәғәт 12-лә башлана, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығынан. Олег Закир улы дуҫтарының, коллегаларының күңелендә талапсан, үҙ эшенә мөкиббәт киткән кеше булараҡ иҫтә ҡаласаҡ.







