Башҡортостан Олег Ханов менән хушлашты

Олег Ханов менән хушлашыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Мәтам митингыһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, сәнғәт вәкилдәре, коллегалары һәм яратҡан тамашасыһы килде, изге һүҙҙәрен әйтеп, бәхилләште.
  • Башҡортостан Олег Ханов менән хушлашты

Республика йәмәғәтселеге бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы, Станиславский исемендәге халыҡ-ара премияһы лауреаты Олег Хановты һуңғы юлға оҙатты. Башҡорт театр сәнғәтенең "алтын дәүере" китә. Легендар актер Олег Хановтың вафаты тураһында хәбәрҙе республика сәнғәте оло юғалтыу итеп ҡабул итте. Ниндәй генә ролгә тотонмаһын тамашасы артисты күрмәй ҡалмаҫ ине. Сөнки ул бишектән сәнғәтте һулап үҫә. 1951 йылдың 11 авгусында Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә тыуған.

1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1973—1989 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры була. 1989—1993 йылдарҙа Республика йәш тамашасы театрының художество етәксеһе. Был йылдарҙа Мәскәүҙәге Аркадий Райкин исемендәге «Сатирикон» дәүләт тетрында ла уйнап өлгөрә. М. Горький исемендәге Ырымбур драма театры актёры, Салауат башҡорт дәүләт театрының баш режиссёры аҙаҡ Башҡорт драма театрының художество етәксеһе. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә хәл булмаһын ул оло йөрәкле кеше булып ҡалды ти хеҙмәттәштәре.

Олег Ханов менән хушлашыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Мәтам митингыһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, сәнғәт вәкилдәре, коллегалары һәм яратҡан тамашасыһы килде, изге һүҙҙәрен әйтеп, бәхилләште.

Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Олег Закир улы ҡайҙа ғына эшләмәһен уны тамашасылар бик яратты. Бөйөк артист, режиссер һәм бик тәрән фекерле, яҡты кеше ине.

Олег Закир улы дуҫтарының, коллегаларының күңелендә талапсан, үҙ эшенә мөкиббәт киткән кеше булараҡ иҫтә ҡаласаҡ.