Республиканың иң яҡшы атайҙары бүләкләнде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында республиканың иң яҡшы атайҙарын бүләкләнеләр.
Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн 200-гә яҡын кеше ғариза биргән, уларҙың араһынан 34 атай еңеүсе, тип табылған. Студенттар кампусында VI "Атай ҡаһарманлығы" Республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан иң яҡшы атайҙар йәмәғәт наградаһын, лауреат дипломдарын һәм бүләктәр алды. Һуңғы алты йылда республикала ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға бәйле мәсьәләләргә етди иғтибар бүленә, ғаилә институтын нығытыуға, ғаилә һәм социаль өлкәләрҙә ир-аттың статусын күтәреүгә йүнәлтелгән башланғыстар хуплау таба. Быйыл алтынсы тапҡыр тапшырылған «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы быға асыҡ миҫал булып тора, ти ойошторусылар.