Ошо уңайҙан "Рәсәй" медиаүҙәгендә театр етәкселеге матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Театрҙың Өфөгә 3 йыл самаһы килгәне юҡ. Башҡортостан тамашасыһы менән осрашыуға камавсылар бик етди әҙерләнгән. Репертуарҙа яңы премьералар ҙа бар. Уларҙың береһе “Ҡазанға Туҡай ҡайтҡан”. Был спектакль шағир һәм әҙәбиәтсе яҙмышы тураһында ғына ғына түгел. Ә халыҡтың уның аша милләткә ҡарата мөнәсәбәте сағылдырыла. Бынан тыш, ул документалистикаға ла нигеҙләнгән. Быйылғы гастролдәр репертуарында Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” драмаһы индерелгән. Яҡташ яҙыусының әҫәрен Камал театры сәхнәһендә күреү беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы.
Камал театры Өфөгә килә
Тиҙҙән Татарстандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар Дәүләт академия драма театрының Башҡортостанда гастролдәре башлана.






