Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй

Был һүҙҙәр махсус хәрби операция ветераны 24 йәшлек Тимур Күсәрбаевҡа ҡағыла.

Ул әүҙем тормош алып бара һәм йәш булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең 20 иң яҡшы остазы исемлегенә лә инеп өлгөргән. Ветеран менән хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина осрашты. Тимур Күсәрбаевҡа 24 йәш.

Ул Өфөнөң протезлау үҙәгендә SMM-менеджер булып эшләй. Эдуард Минһажев Тимур өсөн өлгө. Уның ике аяғында ла протез. Шуға ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Тимур видео һәм фотолар төшөрә. Сикләүҙәр бары тик беҙҙең башта ғына. Үҙ эшем менән мин башҡаларға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә тулы тормош, спорт менән шөғөлләнә алғандарын, ҡаршылыҡтарҙы емереп үҙ маҡсаттарына ирешә алыуҙарын күрһәтәм, ти егет. Ҡарап тороуға Тимурҙың бер йәрәхәте лә юҡ кеүек. Баҡтиһәң, яу яланында уның бер аяғы өҙөлә. Хәҙер үҙе лә протез ярҙамында хәрәҡәт итә. Махсус хәрби операцияла тән йәрәхәттәре алғандар ҙа бында йыш килә. Резеда Ғәзиева иһә бында табиб-реабилитолог булып эшләй. Тимурҙы тырыш һәм һәләтле егет, тип билдәләй ул. Был үҙәктә протез эшләү генә түгел, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн реабилитация үткәреп һаулыҡтарын махсус ҡоролма ярҙамында тикшереп торалар. Был аппаратта протез кейгәндәр генә түгел, ябай кешеләр ҙә үҙҙәренең һаулыҡтарын тикшерә ала.Бер күрешеү үҙе бер ғүмер. Тимур махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһына йыш килә. Был юлы ул күптән күрмәгән хеҙмәттәштәре менән осрашты.Береһе өсөн дә сер түгел, егеттәр ысын мәғәнәһендә һөйләшеп туя алмай. Яу яланында булған хәлдәр, алғы һыҡыҡтағы яугирҙарҙың хәлдәре һәм башҡалар. Тимур күптән түгел "Быть, а не казаться" бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан. Кокурсҡа илдең 79 төбәгенән 70 меңдән ашыу ғариза бирелә, уларҙың 400-ө финалға үтә, 100 кеше 5 номинацияла еңеүсе тип табыла. Тимур "Үҙемдең остаз" номинацияһында еңеү яулай һәм Рәсәйҙең иң яҡшы 20 остазы исемлегенә инә. Конкурс сиктәрендә ул меңәрләгән кеше алдына сығыш яһай һәм үҙенең “Zа футбол” проектын яҡлай. Уның маҡсаты: ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм һәм ауыр тормош шарттары менән ҡаршылашҡан балаларға йәмғиәттә яраҡлашырға ярҙам итеү, спортҡа һәм сәләм тормош алып барыуға ылыҡтырыу, ти егет. Тимур әле тулы тормош алып бара. Спорт менән шөғөлләнә.Тауҙарға менә. Ә киләсәктә сноубордҡа баҫырға хыяллана. Тимур миҙгел башланыр алдынан күнекмәләр эшләй башлаған. Ил һәм республика киләсәге Тимур кеүек маҡсатлы, рухи яҡтан көслө йәштәр ҡулында.