Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары камиллаша

«Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, техник реабилитация саралары яугирҙарға әүҙем тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, эшләргә һәм хеҙмәттәрен дауам итергә ярҙам итә.
  • Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары камиллаша

Фонд хоҡуҡи ярҙамға ҙур иғтибар бүлә. Алыҫ биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн «Юридик десант» проекты ойошторола. Спорт социаль адаптацияның төп йүнәлештәре иҫәбендә ҡала. Адаптив дисциплиналар менән әле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 500-гә яҡын ветеран шөғөлләнә. 2025 йылда республикала улар ҡатнашлығында 900-ҙән ашыу ярыш һәм спорт акциялары ойошторолған

Башҡортостанда фондтың йәмәғәт проекттары ла әүҙем үҫешә. «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән 2023 йылдың апрелендә ойошторолғайны. Ә 1 июндә фондтың филиалдары илдең бөтә төбәктәрендә лә эшләй башланы. Фондтың мөһим бурыстарының береһе – МХО ветерандарын дәүләт исемлегенә инмәгән юғары технологиялы реабилитация саралары менән тәьмин итеү, шулай уҡ торлаҡты инвалидтарҙың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырыу.