«Булат» командаһы следж-хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнаша

Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандарының «Булат» командаһы следж-хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнаша.
Турнир Һамарҙа «Беҙҙең заман геройҙары» кубогы сиктәрендә үтә. Илдең иң көслө 8 командаһы финалға юллама һәм төп трофей өсөн көрәшә. Аҙаҡтан иң шәп дүрт команда Рәсәй чемпиондары исеме һәм приз фонды өсөн көрәште дауам итәсәк. «Булат» командаһы «Кировец» хоккей клубы нигеҙендә ойошторолғайны. Ул тулыһынса махсус хәрби операция ветерандарынан тора. Следж-хоккейҙа ябай хоккейҙағы кеүек ҡағиҙәләр ҡулланыла. Спортсыларға бер ниндәй ҙә ташламалар эшләнмәй. Следж-хоккейсылар ғәҙәти боҙ майҙансығында шөғөлләнә һәм уйнай. Ҡапҡа ла стандартҡа ярашлы эшләнгән. Уйынсылар махсус саналарҙа йөрөй һәм ике сәкән менән ҡораллана.