Следж-хоккейсылар кәрәк

Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандары өсөн ойошторолған “Булат” следж-хоккей командаһына уйынсылар туплау дауам итә.
  • Следж-хоккейсылар кәрәк

Яңыраҡ клуб хоккейсылары Рәсәй чемпионаты сиктәрендә Геройҙар лигаһында 8 команда араһында 4-се урын яулаған. Команданың уңыштары һәм тренерҙарҙың эше хаҡында Закир Шәрипов репортажы.

Ринат Садртдинов беренсе тапҡыр боҙға сыға. Ветеран следж-хоккейҙы нисек уйнағандарын быға тиклем күреп тә белмәгән. Махсус хәрби операцияла һөжүмдәрҙең береһендә минаға баҫып аяғын юғалта. Ҡайтып, төҙәлеп, реабилитация үтә һәм ваҡытын буш үткәрмәҫ өсөн "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондына мөрәжәғәт итә. Унда следж-хоккей менән шөғөлләнергә тәҡдим итәләр.

Ринат Садртдинов көн аша Стәрлетамаҡ ҡалаһынан йөрөп, уйнарға әҙер.

Хәҙер инде алыштырғыһыҙ һаҡсы Илгиз Ахунов иһә команда ойошторолғандан алып уйнай. Махсус хәрби операцияны үтеп, аяғын юғалтҡан Илгиз төшөнкөлөккә бирелмәй, хоккей үҙеңде ысын ир итеп тойорға ярҙам итә, тип билдәләй Ҡариҙел районы егете.

Был көндәрҙә "Булат" следж-хоккей командаһы тыуған көнөн билдәләй. Клуб махсус хәрби операция ветерандары өсөн бер йыл элек ойошторолғайны. Уҙған миҙгел команда өсөн ярайһы уңышлы булған. Хоккейсылар ил кимәлендә 4 ярышта ҡатнашҡан. Рәсәй чемпионаты сиктәрендә Геройҙар лигаһында 8 клуб араһында 4-се урын яулаған.

"Булат" следж-хоккей командаһында күбеһе махсус хәрби операция ветерандары. Әле унда 10 кеше шөғөлләнә. Хоккейсылар аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәләр уҙғара, иптәштәрсә уйындарҙа ҡатнаша. Сентябрҙә Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында яңы миҙгел башлана.

Уға әҙерлек сиктәрендә клуб уйынсыларҙы туплауын дауам итә.