Әлегә мәсетте яҡтыртыу өсөн һайланған ете төрлө төҫтөң өсәүһе Архитектура советы тарафынан раҫланған. Улар иман йортон киске һәм төнгө ваҡыттарҙа, дини байрамдар ваҡытында яҡтырта. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, иман йорто һәм уның биҙәлеше ҡала йөҙө менән тап килергә һәм техник талаптарға ла яуап бирергә тейеш.
Әр–Рәхим мәсете хәҙер төнөн төрлө төҫлө уттар менән яҡтыртыласаҡ
Был турала социаль селтәрендә Радий Хәбиров хәбәр итте.






