Әр-Рәхим мәсетенең тышын төҙөкләндереү тамамланыу алдында

Подрядсы ойошма көҙгә биҙәү эштәрен теүәлләргә планлаштыра.
  • Әр-Рәхим мәсетенең тышын төҙөкләндереү тамамланыу алдында

Һалҡындар төшөүгә эскә йылылыҡ селтәрҙәре, канализация, һыу индерелә. Төҙөлөш эштәре хаҡында Закир Шәрипов.

Әр-Рәхим мәсете Өфөгә ингән ҡунаҡтарға яҡшы күренә. Тышҡы биҙәү эштәре аҙағына яҡынлашҡас хәҙер бина кешеләрҙең һәм автоһәүәҫкәрҙәрҙең иғтибарын бигерәк тә йәлеп итә. Аҡ диуарҙарына Ҡөръән аяттарынан сүрәләр яҙылған, ингән урынды ла биҙәй.

Семәрле плиткаға килгәндә уға айырым иғтибар. Тәүҙә эшселәр кәрәкле өлөшөн ҡырҡып ала һәм орнаментын тура килтереп йәбештерә.

Әле тышҡы биҙәү эштәре 90 процентҡа атҡарылған, уны сентябргә тамамлау ҡарала. Артабан инженер селтәрҙәрен индереү планлаштырыла, шул иҫәптән электр энергияһы, йылы һәм елләтеү системаһын ҡулайлаштырыу.Туҡталып ҡалған Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшө Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән яңынан тергеҙелде. Халыҡтың хәйер-саҙаҡалары ла төҙөлөшкә оло ярҙам. Киләһе йылда дини йорттоң бер өлөшөн асыу ниәтләнә. Ә республика көнөнә мәсет төрлө төҫтәргә сорнала, уны матурлап яҡтыртыу ҡарала.