Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү идеяһын хупланы

Мәскәүҙә үткән Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында Бөтә Рәсәй казактар йәмғиәте атаманы Виталий Кузнецов ошондай башланғыс менән сыҡты.
Уның әйтеүенсә, илдең киләсәге һәм сәскә атыуы беҙҙең нисек берҙәм булыуыбыҙҙан, тыныслыҡты һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты аңлауҙан тора. Президент иһә вице-премьер Татьяна Голиковаға тейешле ҡарарҙар проектын әҙерләргә ҡушты.