Ойоштороу комитеты рәйесе итеп республика башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев, уның урынбаҫарҙары итеп республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Данияр Абдрахманов, хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Кильсенбаев тәғәйенләнде. Ойоштороу комитеты составында шулай уҡ төрлө министрлыҡ етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары бар.
2026-сы йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ҙур һәм дуҫ, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү.







