Юлдарҙы кем боҙа?

Тура бәйләнеш ваҡытында республика башлығы юлдарға бәйле етди мәсьәләгә иғтибар итте.
Юлдарҙы кем боҙа?

Радий Хәбиров билдәләүенсә, билдәләнгән ауырлыҡтан күберәк йөк тейәгән машиналар юл хужалығына ҙур зыян килтерә. Республика башлығы Ишембай районы Верхотор ауылына илткән юлды миҫалға килтерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле республика ауырлыҡты үлсәүсе 11 станция эшләй. Өҫтәмә станциялар булдырыу, күсмә пункттар ҡулланыу бурысы ҡуйылған. Булған станцияларҙан йыл һайын республика бюджеты миллиард һумға тулылана.