Ҡазанда Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәре тамамланды

Беренсе премьера Ғәлиәскәр Камал исемендәге театрының тарихи сәхнәһендә үтте.
  • Ҡазанда Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәре тамамланды

Ғәлиәскәр Камал исемендәге театрҙың элекке бинаһы. Кулиса артында барыһы ла спектакль башланыуға әҙер. Актерҙар грим һала һәм һуңғы репликаларҙы ҡабатлай. Бер нисә минуттан был сәхнәлә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башлана.

Ҡазанда бер аҙна дауамында коллектив башҡорт сәхнәһенең алтын фондына ингән спектаклдәрҙе күрһәтергә вәғәҙә итә. Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың роман — эпопеяһы буйынса «Бөйрәкәй» драмаһы аса гастролдәрҙе. Был-ауыртыу һәм һуғыш аша үткән, әммә дәрәжәһен һаҡлап ҡалған халыҡтың мөхәббәте, тоғролоғо һәм яҙмышы тураһында тарих.

Сәхнәлә-премьера, ә һауала – хушлашыу тойғоһо. Ғәлиаскәр Камал театрының иҫке бинаһы яңы тормошҡа әҙерләнә, ләкин тап ошонда Башҡортостан артистары гастролдәрен башларға ҡарар итте.

Тамаша залында аншлаг. Ҡазан тамашасыһы спектаклде йылы ҡабул итеп, артистарға иң көслө алҡыштар бүләк итә.

Был гастролдәр дуҫтарҙың ысын осрашыуы. Башҡорт артистары Ҡазанда уйнаған арала, Өфөлә Камал театры коллективы сығыш яһай. Алда-театр асыштары аҙналығы. Трагедиялар, комедиялар, музыкаль әҫәрҙәр — Башҡорт Драма Театры ғорурланған һәм күп йылдар Дауамында Өфөлә тулы залдар йыйған спектаклдәр. Ҡазанда – беҙҙең артистар театр репертуарының бөтә спектрын күрһәтәсәк — кеше яҙмышы тураһында тәрән драмаларҙан алып еңел, байрамға яҡын комедияларға тиклем.