Дин әһеленең эше күп ҡырлы, ә иң мөһиме – изге йорттар төҙөү. 1992 йылдағы төшөрөлгән был уникаль кадрҙарҙа СССР-ҙың Европа һәм Себер өлөшө мосоломандары диниә назараты рәйесе Яр Саллы ҡалаһында мәсет аса. Кама йылғаһы ярына йыйылған йөҙҙәрсә кеше Тәлғәт Тажетдинды тәбрикләргә һәм бергәләп намаҙ ҡылырға йыйына.
Һикһәненсе йылдар уртаһында Тәлғәт Тажетдин рәйесләгендә СССР-ҙа ислам донъяһын тергеҙеү башлана. Ҡазанда Ҡөръән-Кәрим ҡайтанан баҫтырыла, Волга буйы һәм Себерҙә мәсеттәргә нигеҙ һалына, Мәскәүҙә йәмиғ мәсете үҙгәртеп ҡорола. Өфөлә иһә Ризаитдин Фәхретдин исемендәге мәҙрәсә асыла. Хәҙер ул Рәсәй Ислам Университеты исеме менән билдәле.
Был йылдарҙа ил мосолмандарын берләштереү өсөн күп эштәр башҡарылған. Бына 45 йылдан ашыу Тәлғәт Тажетдин исламдың изге йолаларына хеҙмәт итә, ә Өфө – Рәсәй мосолмандарының баш ҡалаһы. Шуға күрә, тап Башҡортостанда Рәсәй мосолмандарының төп байрамы көндәрендә намаҙҙар ҡылына.
Тәлғәт Тажетдин Рәсәй президенты ҡарамағындағы дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек буйынса Совет ағзаһы ла булып тора. Дәүләт башлығы Рәсәй мосолмандары етәксеһен конфессия-ара һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.
Халыҡ көсө – берҙәмлектә, ти баш мөфтөй. Алғы һыҙыҡта булған хәрбиҙәрҙең рухи остаздары ла Тәлғәт Тажетдиндың фекерен яҡлай.
Тәлғәт Тажетдин Рәсәйҙең башҡа конфессиялары вәкилдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә. Мосолмандарҙы ул башҡаларға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтә.
Рәсәй Мосолмандары диния назраты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың 45 йыллыҡ эшмәкәрлегенә арнап Өфөлә тантаналы саралар ҙа үтәсәк. Уларҙың береһе – Рәсәй, башҡа дәүләттәрҙең ислам ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында конференция. Халыҡ-ара 11-се тапҡыр уҙғарылған форумдың исеме лә билдәле. “Ул Ислам идеалдары һәм ҡимәттәре. Бер өммә – уртаҡ яҙмыш” — , тип атала. Өфөгә донъяның 12 иленән вәкилдәр киләсәк.
Тәлғәт Тажетдиндың төп хеҙмәте ысын исламды уның тәғлимәттәрен яҡлау, ти белгестәр. Ил тарихындағы ҡатмарлы йылдарҙа ул Рәсәй мосолмандары һәм башҡа конфессиялар араһында берҙәмлекте һаҡлап алып ҡалды. Баш мөфтөй фекеренсә, ошо эште атҡарып сығыуҙы рухи ҡимәттәр ярҙам иткән.







