Был хаҡта ВУЗ-ара студенттар кампусында хәбәр иттеләр. Әйткәндәй, унда республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында «Башҡортостандың креатив иҡтисады: трендтар, ҡиммәттәр, инструменнтар, үҫеш», тип исемләнгән стратегик сессия үтте. Теманы хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина дауам итә.
Вуз-ара студенттар кампусында иртә-таң менән етди мәсьәләләргә ҡағылған ултырыш. Сарала һүҙ ижади бизнесты тиҙерәк үҫтереүгә нисек ярҙам итеү тураһында. Был IP менән эшләү кеүек инструменттар, граждандарға интеллектуаль милекте һаҡлауҙа һәм яҡлауҙа берҙәм ярҙам тәҙрәһе эшләү. Әгәр кеше архитектура, музыка, урбанистика, компьютер графикаһы йә башҡа ижади йүнәлештәрҙә шөғөлләнә, әгәр ул продуктты яһалма интеллект ярҙамында эшләй икән, бөгөнгө көндә иң тәүҙә шәхси IP-н һаҡлап ҡалырға, уның менән баҙарға сығырға, аҡса эшләргә, ижади продукттан тулы ҡеүәтле бизнес эшләргә өйрәнергә кәрәк. Ижади бизнес өсөн Башҡортостанға ниндәй сервис кәрәклеге хаҡында ла һүҙ барҙы. 5 йыл дауамында креатив индустриялар өлкәһендә Рәсәй милли премияһы ойошторола. Быйыл уның сиктәрендә Башҡортостан тәүге тапҡыр иң ижади төбәктәрҙең тәүге 3 лидеры иҫәбенә инде. Республика Төмән һәм Санкт-Петербург менән көрәш алып барҙы. Был көрәш ижади индустрияларҙың иҡтисади һөҙөмтәләре менән генә бәйле түгел. Баҡтиһәң, йыш ҡына креатив иҡтисадты идара итеү системаһын юғары кимәлдә булдырған төбәктәр алға сыға. Башҡортостандың тәжрибәһе бында үҙенсәлекле, сөнки, ижади индустриялар иҡтисадтың ҙур тармағы булып тора, хәҙер улар уртаса эске тулайым продукттың 4 процентын биләй, 2030-сы йылға Рәсәй президенты указы буйынса был һан 6 процентҡа етергә тейеш.
Ижади индустриялар иҡтисад секторы ғына түгел, ул халыҡҡа ҡиммәттәрҙе, образдарҙы, мәғәнәләрҙе еткереү сараһы. Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ кеүек төшөнсәләр ижади индустрия аша халыҡҡа еткерелә. Беҙ улар менән көн һайын рекламала, компьютер уйындарында, кейем дизайнында, кинола, музыкала, әҙәбиәттә һәм хатта гастрономияла осрашабыҙ. Ҡиммәттәр һәм маҡсаттар, дәүләттең киләсәге, халыҡтың бөгөнгөһө һәм киләсәге ижади индустрияларҙан ғибәрәт. Хәҙер төбәктәрҙең дә ижади индустрияларҙы үҫтереү буйынса эшкә ҡушылыуы бик ыңғай күренеш. Сөнки һәр төбәктең үҙ юлы булырға тейеш.Ысынлап та Башҡортостан ижади индустрияларҙы үҫтереүгә күп көс һала, был өлкә төбәк иҡтисады йүнәлештәренең береһе булып тора. Шуға ла был йүнәлештә теге йәки был уңыштарға өлгәшеү өсөн республика етәкселеге үҙенең алдында бер нисә маҡсат ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһының креатив индустрияларын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн йыл һайын Премия тапшырыу ҡаралған. Был төбәктең заманса креатив иҡтисадын формалаштырыусы иң яҡшы идеяларҙы, проекттарҙы һәм командаларҙы таныуға йүнәлтелгән төп төбәк наградаһы.







