Ижади проект авторҙары үҙ башланғыстарын тәҡдим итә һәм артабан дәүләт ярҙамы сараларын алыу мөмкинлегенә эйә була. Республика Рәсәйҙең иң яҡшы өс креатив төбәге иҫәбенә инде. Үткән осрашыуҙа креатив иҡтисад вәкилдәре гастрономия, халыҡ кәсептәре, дизайн һәм башҡа өлкәләрҙә алты төрлө проект тәҡдим иткәйне.
Азамат Юлдашбаев бына инде 15 йылдан ашыу ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Тиренән кәрәк-яраҡтар эшләй. Хәҙер инде был проект менән мин генә түгел, бөтә ғаиләм шөғөлләнә, ти ул.







