Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы Кремлдең Екатерина залында уҙҙы.
Владимир Путин билдәле музыканттар һәм артистарҙы, фән һәм мәғариф, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы эшселәрен, шулай уҡ башҡа өлкә вәкилдәрен ордендар, миҙалдар һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләне. Яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Рәсәйҙең халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, хәҙер Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе вазифаһын биләй. Илдар Әмир улы Президентҡа ышаныс күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе Ул үҙ сығышында Башҡортостанды ла телгә алды.Владимир Путин шулай уҡ билдәле дирижёр һәм скрипкасы, Мәскәү халыҡ-ара музыка йорто президенты Владимир Спиваковҡа Хеҙмәт Геройы исемен бирҙе. Маэстро эшмәкәрлеген юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилейында ошондай награда алыуҙың айырыуса мөһим һәм абруйлы булыуын билдәләне. Владимир Спиваков Бөйөк Ватан һуғышы ил халҡының миллионлаған ғаиләләренә фажиғә килтереүе хаҡында әйтте һәм ул ваҡытта уның ата-әсәһе Өфөлә булыуы тураһында һөйләне







