Моң бураны тамашасыларҙы өйрөлтөп көй тулҡындарына күтәрҙе

Тулыраҡ: Моң бураны тамашасыларҙы өйрөлтөп көй тулҡындарына күтәрҙе

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡовтың I Халыҡ-ара музыка фестивале асылды. Күптән көтөлгән фестиваль 27 апрелгә тиклем дауам итәсәк һәм уның сиктәрендә Башҡортостан тамашасылары донъя кимәлендә танылыу яулаған музыканттарҙың, йырсыларҙың сығыштарын күрә, улар үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша ала.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә йырлай башлап, Рәсәй, донъя кимәлендә иң яҡшы йырсылар рәтендә күренекле опера йорттарында сығыш яһап дан ҡаҙанған яҡташыбыҙ йәнә тыуған ерендә.Фестивалдең тәүге концертын Илдар Абдаразаҡов Раушан Яҡупов етәкселегендәге Башҡортостандың Милли симфоник оркестрына ышанып тапшырҙы. Республиканың иң яҡшы музыканттарын туплаған коллектив күптән ихтирам яулаған. Алдан хәбәр ителгәнсә, фестиваль Башҡортостан тамашасыларын донъяның иң күренекле музыканттары менән таныштырыуҙан ғибәрәт буласаҡ.

Тәүге концертта Мәскәүҙә тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Америка Ҡушма Штаттарында эшләп йөрөүсе виолончелист Борислав Струлев ҡатнашты.Донъяның иң яҡшы концерт залдарында сығыш яһаған тағы ла бер күренекле музыкант — баянсы һәм аккордеонсыларҙың 18 халыҡ-ара бәйгеләре лауреаты Айҙар Ғәйнуллин да Илдар Абдразаҡовтың фестивалдә ҡатнашырға саҡырыуын ҡабул итеп Германиянан Өфөгә килеп етте.Һәр сығыш оҙайлы алҡыштар менән оҙатыла. Залда Илдар Абдразаҡовтың дуҫтары, яҡындары һәм әсәһе.Сәхнәнән яңғыраған моң бураны тамашасыларҙы өйрөлтөп алып көй тулҡындарына күтәрҙе. Бер тынала үтеп киткән ике сәғәтлек музыка байрамының тамамланыуын теләмәгән тамашасылар Илдар Абдаразаҡовты һәм фестиваль ҡунаҡтарын ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып сығарҙы.

Илдар Абдразаҡовтың I Халыҡ-ара музыка фестивален артабан хәйриә концерты дауам итәсәк. Яҡташыбыҙ 2012,15-се йылдарҙа Өфөлә хәйриә концерттары менән сығыш яһап мөмкинлеге сикләнгән һәм етем ҡалған балаларға ярҙам иткәйне. Бөгөн иһә, Башҡортостан дәүләт концерт залында Илдар Абдразаҡов менән бергә Мариин театры солисы, тенор Сергей Скороходов та сығыш яһаясаҡ.