Тантанала Республика башлығы ла ҡатнашты. Уҡыусылар өсөн тыуҙырылған шарттар менән хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина үҙе барып танышты.
Ошондай тантаналы рәүештә Шмидтово ауылындағы яңы һәм күптән көтөлгән мәғариф үҙәге 2026-сы йылдың тәүге эш көнөндә үҙ ишектәрен асты. Яңы белем усағына Рәсәй Геройының исемен биреү тәрән символик мәғәнәгә эйә. 2023 йылдың майында Илдар Суфияров оборона Министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға юллана. Унда ул өлкән лейтенант вазифаһында хеҙмәт итә һәм «Башҡортостан» полкының икенсе мотоуҡсылар ротаһының икенсе мотоуҡсылар взводына етәкселек итә. 2024 йылдың 12 апрелендә хәрби бурысын үтәгәндә Илдар Филорет улы 2-се мотоуҡсылар ротаһының күҙәтеү пунктында була. Уның етәкселегендәге төркөм ике сәғәттән ашыу позицияларын һаҡлай, ҡаты алыштар һөҙөмтәһендә ул бер үҙе ҡала. Дошман өлкән лейтенант Илдар Суфияровты ҡулға алырға уйлай, тик яугир үҙен граната менән шартлата, шул уҡ ваҡытта өс дошман һалдатын юҡ итә. Батырҙарса һәләк булған яугирҙың әсәһе улының мәктәптә гел яҡшы билдәләргә уҡығанын иҫкә алды. Тантаналы сараға Башҡортостан Башлығы ла килде. Үҙәккә Рәсәй Геройы исемен биреү ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Яңы мәғариф үҙәгендә патриотик тәрбиә биреүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Өфө районы Нурия Ғилмуллина Киләсәктә бында Илдар Суфияровтың музейы ла эшләнер, тип көтөлә. Унда геройҙың шәхси әйберҙәре һаҡланасаҡ. Яңы белем усағының дөйөм майҙаны 14 мең 970 квадрат метр. Бина 4 бүлектән тора һәм мәктәпте, балалар баҡсаһын, ашхананы һәм спорт залын үҙ эсенә ала. Шмидтово ауылында яңы белем усағы асылғандан һуң балаларҙы башҡа мәктәптәрҙән күсереү, шулай уҡ элек ғаилә формаһын һайлаған уҡыусыларҙың көндөҙгө бүлеккә күсеүе көтөлә. 2022-се йылда төҙөлә башлаған үҙәк әле үҙенең яҡты, матур уҡыу кабинеттары, заманса ҡоролмалары, интерактив таҡталары, яңы парта һәм ултырғыстары – барыһы менән дә уҡыусыларға хуш килер, ти үҙәк директоры Татьяна Кислицина. Балаларҙы башҡорт телен өйрәнергә ылыҡтырыу өсөн бында бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, ти башланғыс класстар уҡытыусыһы Клара Ҡунаҡҡолова.Уҡыусылар йөҙөндәге шатлыҡ нурҙары китмәй. Киләсәктә улар ҙа Илдар Суфияров кеүек ҡыйыу һәм тырыш быуын булып үҫер. Әле мәктәптә 640, ә балалар баҡсаһында 160 бала белем һәм тәрбиә ала.







