Белем усағын асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Бер төймәгә баҫыу менән лабораторияла бар ҡоролмалар хәрәкәткә килә. Хатта класс ниндәйҙер фантастик фильмдарҙы хәтерләткән кеүек. Зифа Арыҫланова 2-се йыл математика фәненән балаларға белем бирә. Яңы мәктәп барыбыҙға ла хуш килде, ти ул. Ошондай заманса алымдар менән һәм тантаналы рәүештә 164-се белем үҙәге тәүге эш көнөн башланы. Бында бер үк ваҡытта 2000 ашыу бала уҡый, 67 уҡытыусы белем бирә. Үҫмерҙәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса ла ҙур эш алып барыла. Дөйөм алғанда, 36 мең квадрат метрлыҡ бинала 96 уҡыу кабинеты бар. Унан башҡа...Волга буйы федераль округының иң ҙур мәктәбен урап үтер өсөн 5 километр юл үтергә кәрәк.
Республикалағы башҡа мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә бында 4 спорт залы һәм ике ҙур ашхана бар. Һуңғы арала республиканың белем усаҡтарында булған фажиғәле ваҡиғаларҙан һуң бөтә учреждениеларҙа ла именлек сараларын нығытыу беҙҙең тәүге маҡсат, тине Радий Хәбиров. Мәктәп биләмәһенә инеү контроль-үткәреү пункты аша башҡарыла. Белем усағының бөтә биналарына инеү домофон асҡыстары ярҙамында үткәрелә, инеүҙе контролдә тотоу һәм идара итеү системаһы эшләй, металл детекторҙары, ҡул һәм стационар металл эҙләүселәре бар, 176 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған.






