Өфөлә кампустың икенсе сиратын йыл яҙағында тапшырыу планлаштырыла

Был турала республика премьер-министры белдерҙе.
  • Өфөлә кампустың икенсе сиратын  йыл яҙағында тапшырыу планлаштырыла

Төҙөлөш барышын Андрей Назаров шәхсән контролдә тота. Яңы йыл байрамдарында ла эш туҡтамай. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.

Йәй бында нигеҙ һалыу һәм монолит тултырыу буйынса эштәр барһа, хәҙер ҡайһы бер участкаларҙа етенсе-һигеҙенсе ҡат кимәлендә төҙөлөш алып барыла. Вуз –ара студенттар кампусында көн дә эш ҡайнай, төҙөлөш графиктан алда бара. Бер-нисә төҙөүсе команда һәм тиҫтәләгән берәмек техника. Бер юлы өс йөҙҙән ете йөҙгә тиклем кеше эшләй. Вуз ара студенттар кампусы – төбәктең иң мөһим проектарының береһе. Ул ил президенты ҡушыуы буйынса алып барыла. Кампустың беренсе сираты  — ай кью –парк күптән сафта. Уҙған йыл геном үҙәге үҙ эшен башланы. Кампустың төп бинаһын быйыл йыл аҙағына тиклем төҙөп бөтөргә планлаштыралар. Республика премьер-министры төҙөлөш эштәрен шәхсән контролдә тота.Андрей Назаров билдәләүенсә, биләмәлә бер юлы бер-нисә продрядсы ойошма эшләй. Фасад һалына, биҙәү эштәре, коммуникациялар үткәреү дауам итә. Биналарға айырым иғтибар бүленә. Улар бында ете, һәр-береһе ундан алып егерме туғыҙ ҡатлы йорт бейеклегендә буласаҡ. Вуз-ара студенттар кампусы Волга буйындағы иң ҙур белем биреү үҙәктәренең береһененә әүереләсәк. Бында дүрт меңдән ашыу студент уҡый һәм йәшәй аласаҡ, Фән менән төптән шөғөлләнергә, мөһим проектар өҫтөндә эшләргә һәм яңы киңлектәрҙә аралашырға мөмкин буласаҡ.Вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө яңы этапҡа сыға. Ул ҡаланың йөҙөн үҙгәртәсәк, заманса технологияларҙы һәм милли йолаларҙы үҙендә берләштерәсәк. Кампус яңы ғалимдар, инженерҙар һәм республика лидерҙарын үҫтергән киңлеккә әйләнәсәк.