Өфөлә студент кампусына өҫтәмә аҡса бирелә

Рәсәй хөкүмәте төҙөлөш өсөн 3 миллиард 600 миллион һум аҡса бүлә.
  • Өфөлә студент кампусына өҫтәмә аҡса бирелә

Уның 2 миллиарды быйыл, ҡалғаны киләһе йылда күсерелә. Был сумма объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға мөмкинлек бирә. Вуз-ара кампустың фәнни-мәғариф үҙәге эшләй башланы. 2024 йылда IQ-парк, былтыр — Геном үҙәге асылды. Объект 7 башнянан тора. Уларҙың бейеклеге 100 метр самаһы була. Рәсәйҙә 2036 йылға тиклем 40 кампус төҙөү ҡарала.