Табиптар сирҙе йоҡтормаҫ өсөн ҡулдарҙы йыш йыуырға, бүлмәләрҙе елләтергә, халыҡ күп йыйылған урындарға бармаҫҡа һәм, әлбиттә, алдан уҡ прививка эшләтергә кәңәш итә.
Коллектив иммунитет булдырыу өсөн халыҡтың 60 процентына йәғни 2 миллион 400 меңдән ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка эшләтергә кәрәк.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы берәүҙәргә прививка эшләтергә ярамай. Тауыҡ аҡһымына аллергия булыусыларға, прививка ауыр реакция тыуҙырһа, уны яһатмаҫҡа мөмкин. Температура күтәрелһә, вакцинация 2-3 аҙнаға күсерелә, сөнки организмдың реакцияһын белеп булмай.






