Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус йоҡтороусылар арта

Өфөлә генә инфекцияның 8 меңдән ашыу осрағы теркәлгән.
  • Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус йоҡтороусылар арта
Белгестәр сирләмәҫ өсөн вакцина эшләтергә кәңәш итә. Республикаға вакцинаның беренсе партияһы килгән дә инде. Табиптар белдереүенсә, тап сентябрь, октябрь айҙарында вакцина яһатып ҡалырға кәрәк. Уларҙы тәү сиратта кемдәргә эшләйҙәр? Беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.
Йылы һәм ҡоро көҙ тороуына ҡарамаҫтан, бихисап кеше сирләй. Бигерәк тә, ололар һәм кескәй балалар. Хаҡлы ялдағы Зилә Ғәниева оҙаҡ көттөрмәй иң беренселәрҙән булып, вакцина эшләтергә килгән.
Эпидемиологтар был миҙгелдә вирустың бер-нисә штаммы, шул иҫәптән сусҡа һәм гонконг киҙеүе көтөлә, тип белдерә. Иртәрәк вакцина эшләткән осраҡта, ауыр сирҙе еңел үткәреп буласаҡ. Кеше организмы алдан грипп ҡоторған осорға әҙерләнергә тейеш.
Бигерәк тә күп кеше менән эшләгән һәм хәүеф төркөмөнә ҡараған һөнәр эйәләренә вакцина ҡаҙатырға кәңәш ителә.Гриптан һаҡланыу өсөн вакцина эшләтеү генә етмәй. Кеше организмы көҙгө-ҡышҡы осорҙа ҙур көс талап итә. Шуға күрә, хатта көн тәртибендәге үҙгәрештәр иммунитетты ҡаҡшатырға мөмкин.
Иммунитетҡа һалҡын һәм вирустар тәъҫир итә. Кешенең психологик хәле лә мөһим роль уйнай. Ә көҙгө бойоҡлоҡ һәм төрлө стрестар организмды көсһөҙләндерә.
Гриптың ныҡ таралған осоро ғинуарға тура киләсәк, тип күҙаллана. Шуға күрә, ноябргә тиклем вакцина эшләтеп ҡалырға кәңәш ителә. Прививка ҡаҙатыр өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы, поликлиника йә табип аша яҙылырға кәрәк. Быйыл республикала 1 миллион 700 меңдән ашыу доза вакцина һатып алынған. Кемдәр киҫкен респиратор вирусты үткәргән һәм уҙған йылда вакцина эшләткән, был ярҙам итмәйәсәк, тип белдерә табиптар. Сөнки, йыл һайын штамм үҙгәреп тора.