Тыуған ил ҡатмарлы, һынылышлы осор кисергәндә, уның яҙмышының үтә лә яуаплы, ауыр өлөшө һәр саҡ ир-егеттәр иңенә төшә. Ҡулына ҡорал алып, Ватан мәнфәғәтен яҡлар өсөн, ғаиләләрен, яҡындарын ҡалдырып алғы һыҙыҡта йөрөргә, ут эсенә инергә мәжбүр улар. Шулар араһында “Егор” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа бар.
“Егор” Һыуыҡ-Шишмә ауылында тыуған. Урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Өфө механика-технология колледжына уҡырға инә. Уҡыу йортонда электромеханик һөнәрен үҙләштерә.
Махсус хәрби операция башланғас, икеләнеп тормай, Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйып, үҙ теләге менән 2024 йылдың ноябрендә Ватанды һаҡларға китә. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. “Егор” позывнойлы яҡташыбыҙ штурмлаусылар төркөмөндә хеҙмәт итә. Яу яланында ул үҙен дисциплиналы, намыҫлы, тәртипле, белемен һәм күнекмәләрен камиллаштырыуға ынтылған хәрби хеҙмәткәр итеп күрһәтә.
— Мобилизацияланған егеттәр менән тиҙ генә уртаҡ тел табып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, ошо килеп тыуған хәлдә йәшәргә тырышабыҙ. Әйткәндәй, мин махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостандың Дәүләкән, Шишмә райондары егеттәре менән бергә хеҙмәт иттем, — ти “Егор”.
Батыр яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында барған алыштарҙың береһендә ҡаты яралана. Бөгөнгө көндә яҡташыбыҙ тыуған төйәгендә реабилитация үтә.
Уға һәм башҡа яугирҙәргә ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк еңеү менән имен-аман ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса 2-14-78, 52-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Беҙҙең батырҙарыбыҙ
Ир-егеттәр Ватан мәнфәғәтен яҡлар өсөн, ғаиләләрен, яҡындарын ҡалдырып алғы һыҙыҡта йөрөргә, ут эсенә инергә мәжбүр улар. Шулар араһында “Егор” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа бар.







