Лениндың Өфөләге йорт-музейын нимә көтә?

Тапшырыу 13 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Лениндың Өфөләге йорт-музейын нимә көтә?

Владимир Ильич Ульянов-Лениндың Өфөләге йорт-музейы асылыуға 85 йыл. Ошо дәүерҙә был музейҙа йөҙҙәрсә менә кеше булып, донъя инҡилабы етәксеһе яҙмышы менән яҡындан таныша ала. Владимир Ленин Өфөлә ике тапҡыр булып, ул саҡтағы Башҡортостандың революционерҙары менән осраша. Әйткәндәй, ғинуар Владимир Лениндың вафаты айы.

Шулай уҡ Владимир Лениндың Өфөләге йорт-музейын яңырыу көтә. Объект өлкәндәр генә түгел, ә йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡытай, Вьетнам, Төнъяҡ Корея граждандары Владимир Ленин тураһында яҡшы хәбәрҙар. Бынан тыш, элекке пионерҙар ҙа йорт-музейҙың эшенә иғтибар бүлә.

Студиябыҙ ҡунағы –Хәлил Хәмзин менән әңгәмә тап ошо музей тураһында барыр. "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуы "Рәсәй Башҡортостан"радиоһында 28-се ғинарҙа эфирға сыға.