Хеҙмәт хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫ үтә. Контракт бер йылға төҙөлә, һуңынан уны оҙайтырға мөмкин. Бында хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәр башҡа ғәскәр төрөнә күсә алмай. Студенттар ҙа академ отпуск алып ирекмән була ала.
Ә бына бурыстары булған йәки хөкөмгә тарттырылған кешеләр был эшкә килә алмай. Тулыраҡ мәғлүмәтте 122 номеры буйынса шылтыратып, йә Башбат.рф сайтына инеп белергә мөмкин.







