Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре

Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында һәм 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин.
  • Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре

Дрон менән идара итеү буйынса белгестән оҫталыҡ дәресе. Виртуаль булыуға ҡарамаҫтан, маневрҙарҙы ысынбарлыҡҡа тап килтереп мөмкин тиклем оҫта башҡарырға кәрәк. Инструктор дөрөҫ осорға ғына түгел, ә ҡорамалдарҙы йыйырға һәм һүтергә лә өйрәтә. Хеҙмәт юлын үткән егеттәр быны беренсе тапҡыр күрә. Сөнки пилотһыҙ системалар яңы ғәскәр.

Өфөлә "Защитник" контракт хеҙмәтенә һайлап алыу пунктында пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләйҙәр. Беренсе ирекмәндәр Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөгән дә инде.

Рәсәй оборона министрлығы, контракт төҙөлгәндән һуң, хәрби хеҙмәткәр әҙерләү бурысын үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ робототехника, дрон менән идара итеү, электромеханика, электроника һәм программалау өлкәһендә белем, оҫталыҡ йәки белем булыуы ла хуплана. Инструкторҙар әйтеүенсә, йәштәргә яңы технологияларҙы өйрәнеү еңелерәк бирелә.

Буласаҡ операторҙарҙы әҙерләү ике ай дауам итә. Уларҙы оборона министрлығының уҡыу үҙәге полигондарында уҡыталар. Тәүге курсанттар былтыр декабрҙә үк практика үткән. Әле республикала ирекмәндәрҙең яңы төркөмө формалаша. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡаралған бөтә гарантияларҙы аласаҡ. Әммә контрактта яҙылған үҙенсәлектәре лә бар.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре бихисап. Әйтәйек, операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә. Уларҙың хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә. Шулай уҡ оборона министрлығы хеҙмәт үҙенсәлектәренә нығыраҡ төшөнөү өсөн 1 йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Хәрби был эше ҡалдыра йәки яңы контракт төҙөй ала. Контрактҡа ярашлы,хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел. Улар ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.

Студенттарға ла айырым шарттар ҡаралған. Әйтәйек, теләүселәр академик ял алып контракт төҙөй ала. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң инде бюджетта уҡыуын дауам итәсәк. Хеҙмәт иткәндә ҙур һөҙөмтәләргә ирешеүселәргә 50 мең һумдан 500 мең һумғаса түләүҙәр ҡаралған. Контракт төҙөргә теләүселәр Telegram мессенджерында мәғлүмәт таба ала, унда «Башҡортостан пилотһыҙ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт»чат-боты эшләй башланы. Виртуаль ярҙамсы бөтә көнүҙәк һорауҙарға яуап бирәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында һәм 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин.