Радий Хәбиров республика прокуратураһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.
ГТРК «Башкортостан»
Үҙ сығышында Башҡортостан етәксеһе прокуратураның дәүләт власы органдары менән һөҙөмтәле эшләүен билдәләне.
2026-сы йыл Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән. Беҙгә ғаиләне, ғаилә ҡиммәттәрен, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау буйынса берлектәге эште дауам итергә кәрәк, тине Радий Хәбиров.
Республика башлығы шулай уҡ мәктәптәрҙә именлекте тәъмин итеү ҙә көнүҙәк булыуын билдәләне. Яҡын арала тейешле указға ҡул ҡуйыласаҡ. Махсус хәрби операция шарттарында террор янауҙарына, пилотһыҙ осоу аппараттарының мөһим объекттарға һәжүменә ҡаршы тороу, экстремизм күренештәрен иҫкәртеү мөһим мәсьәләгә әйләнә, тине Радий Хәбиров.
Республика прокуратураһының эш йомғаҡтары тураһында сығыш яһап, прокурор Игорь Пантюшин федераль ҡануниәтте боҙоуҙарға, коррупцияға ҡаршы көрәш, милли проекттарыҙ үтәү, халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеү, эш хаҡтары буйынса бурыстарҙы бөтөрөү тураһында ентекләп һөйләне.