Ҡазан ҡалаһында юл-патруль хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙән 28 йәшлек наркотиктар ташыусы ике ирҙе ҡулға алды. Уларҙың машинаһы багажнигында гашиш, мефедрон, кокаин, ЛСД, амфетамин кеүек тилерткес матдәләр табылған. Бөтәһе 116 килограммдан ашыу наркотик тартып алынған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, руль артында ултырыусы һәм уның пассажиры курьер булып эшләгән. Наркотиктарҙы улар Казань, Яр Саллы һәм Өфө ҡалаларында таратырға тейеш булған. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тилерткес матдәләр тартып алынды
Тулыраҡ: Тилерткес матдәләр тартып алынды






