Штрафтар 20 миллион һумдан ашҡан

Монополияға ҡаршы Федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы былтыр административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 800-ҙән ашыу эш асҡан.
  • Штрафтар 20 миллион һумдан ашҡан

Был турала идаралыҡ етәксеһе Андрей Хомяков матбуғат вәкилдәре менән осрашҡанда белдерҙе. Түләнгән штрафтар 20 миллион һумдан ашҡан. Әммә, шул уҡ ваҡытта, 2024-се йыл менән сағыштырғанда ялыуҙар күпкә кәмегән. Был, тәү сиратта, ҡануниәттең ҡатылығы менән аңлатыла.